+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 12:24

Салауат районында балалар баҡсалары һәм мәктәп төҙөлә

Лаҡлыларға айырыуса бәхет йылмая: улар бер юлы яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәпле булмаҡсы. #Миллипроект #нацпроекты #Аманат

Янғантауҙа заманса балалар баҡсаһы, Лаҡлыла бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә. Янғантауҙағы балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә йыл башынан тотонғандар. Пандемия шарттарында ла төҙөлөш эштәре туҡтамай, графикка ярашлы башҡарыла.

Лаҡлы ауылында төҙөлгән ике социаль объект бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашасаҡ. 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 80 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә. Ике социаль объект төҙөлөшөндә лә заманса технологиялар ҡулланыла. Янғынға ҡаршы иҫкәртеү системаһы ла камиллаштырылған, унда юғары температураға сыҙамлы кабель ҡулланыла. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә шарттар ҡаралған. Улар өсөн лифт эшләйәсәк. Ошоға тиклем уҡыусылар автобустарҙа күрше ауылдарға йөрөтөлһә, Яңы йылдан улар заманса мәктәптә белем алыу мөмкинлегенә эйә
буласаҡ.

Лаҡлы ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшө 2019 йылдың ноябрендә башланған. «Демография» милли проекты сиктәрендәге төҙөлөштә эштәр йылдам бара. Әлеге ваҡытта бинаның икенсе ҡаты һалына, беренсе ҡатта ремонт-биҙәү эштәре башҡарыла, электр сымдары һуҙыла. Объект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

#Миллипроект #нацпроекты
Читайте нас: