+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2020, 11:57

Путин тажвирусҡа ҡаршы вакцина эшләүҙе финансларға ҡушты

Рәсәй президенты министрҙар кабинетына коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина теркәлеү менән уны финанслау мәсьәләһенә тотонорға ҡушты. Рәсәйҙә етештерелгән вакцина бөгөн иртәнсәк патент алды.

Рәсәй президенты министрҙар кабинетына коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина теркәлеү менән уны финанслау мәсьәләһенә тотонорға ҡушты. Ул шулай уҡ көҙ һәм ҡыш айҙарында халыҡтың 60 процентына киҙеүгә ҡаршы прививка яһауҙы финаслауҙы ла ул күҙ уңында тоторға кәңәш итте.
Президенттың бойороғонда вирус йоҡтороу хәүефе аҫтындағыларға (75% тиклем) вакцинация үткәреү тураһында һүҙ бара. Иң тәүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ололарға эшләнәсәк.
Вакцина эшләтеү - мәжбүри процедура түгел. Әммә ул кешене һәм уның яҡындарын сирҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк.

Фоото: Кремлин.Ру
Читайте нас: