+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2020, 16:54

"Өс таған" кинофестивалдә ҡатнашасаҡ

Мостай Кәримдең билдәле повесы буйынса төшөрөлгән Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы "Йәшәйәсәкбеҙ" IX Мәскәү кинофестивалендә ҡатнашасаҡ. Фильмдың трейлеры - беҙҙең сайтта.

Мостай Кәримдең билдәле повесы буйынса төшөрөлгән Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы "Йәшәйәсәкбеҙ" IX Мәскәү кинофестивалендә ҡатнашасаҡ.
Фильмдың премьера алдынан ҡарау сараһы былтыр, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам көндәрендә үткәйне.
"Өс таған"дың төп геройҙары - дүртәү. Улар, "Тимур командаһы" киноһын ҡарап, дәртләнеп китеп, "Өс таған" тигән команда төҙөй. Малайҙар Кирәмәт тауы башындағы күлде терелтергә, шул рәүешле тауҙы емерелеүҙән һаҡларға була. Тауға менеүе ауыр булған кеүек, был эш тә улар өсөн еңел бирелмәй.
"Йәшәйәсәкбеҙ" кинофестивале - Рәсәйҙә киң танылғандарының береһе. Унда тик иң яҡшы кадрҙар күрһәтелә, баһалана. Быйыл был сара Мәскәүҙә Ҡала һәм Рәсәй киноһы көндәре сиктәрендә август аҙағында - сентябрь баштарында үтә.
Читайте нас: