Радий Хәбиров ике һәм унан да күберәк имтиханды 100 балға яҙыусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда ундай һөҙөмтәгә ирешеүселәр өсәү генә.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, өс сығарылыш синыф уҡыусыһы ла документтарын Мәскәүҙәге физика-техник институтҡа биргән.
Шундай перспективалы, һәләтле йәштәрҙең Башҡортостандан ситкә китергә ынтылыуы Радий Фәрит улын хафаға һалған. "Бәлки, муниципалитет улар бындағы юғары уҡыу йорттарында ҡалһын өсөн стипендия тәҡдим итер, йәки беҙҙән берәй ярҙам булыр". - тине ул.