+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2020, 21:56

"Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында был юлы кем иң күп лайк йыйған?

Кескәй һылыуҡайҙар араһында "Бәйләнештә" сайтында иң күп көйәрмәне булғанын асыҡланыҡ бит, әй. Әйткәндәй, был юлы ла баймаҡтар күберәк булды, шулай булғас, номинация эйәһе лә шул яҡтан булып сыҡты.

Кескәй һылыуҡайҙар араһында "Бәйләнештә" сайтында иң күп көйәрмәне булғанын асыҡланыҡ бит, әй. Әйткәндәй, был юлы баймаҡтар күп булды, шулай булғас, номинация эйәһе лә шул яҡтан булып сыҡты.
Хөрмәтле уҡыусылар! "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһы "Ай, һылыу!" конкурсы сиктәрендә бара. Ғөмүмән, ай һылыуын редакция үҙе билдәләй, сөнки еңеүсенең фтоһының сифатына, сағыулығына, ай тематикаһына тап киләме-юҡмы - шуныһына иғтибар итергә кәрәк. Ҡалған дүрт ҡыҙ иһә лайк йыйыу буйынса ярыша һәм ииииң күп йәшел төҫтәге лайк йыйыусыһы "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһына эйә була.
Йәшел лайк? Нисек була ул?
Беҙ махсус ҡушымта ярҙамында кем ғәҙел лайк йыйған, ә кем роботтарҙы йәлеп иткән - барыһын да ҡарап барабыҙ. Әлегә робот ҡулланыусы муттар осраманы. Беҙҙең шарттар былай ине: Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынманы. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 12 августҡа тиклем төркөмдә ҡалыу шарт булды. Кем дә кем төркөмдән еңеүсене билдәләгәнә тиклем сығып китте - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынманы. Улар фотола ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән.
Шулай итеп, был айҙа "Дуҫтар һөйөүе" номинациянда алдынғылыҡты бирмәгән һылыуҙы ҡотларға ла ваҡыт етте!
Өфө ҡалаһынан Лиана Минязева - 9;
Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Дания Фәйзуллина - 2;
Баймаҡ ҡалаһынан Виктория Ходакова - 6;
Өфө ҡалаһынан Сабина Дәүләтшина - 20;
Баймаҡ ҡалаһынан Шәүрә Әминева - 35 ғәҙел лайк йыйҙы.
Шәүрә һылыуҙы номинацияла беренселекте яулауы менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: