Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда, ажғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалғандар. Ситтән ҡарап тороусылар "былар өсөһө лә үлгәндер инде," - тип уйлаған. Әммә, ғәжәпкә ҡаршы, өс ҡыҙ ҙа иҫән була.
- Ҡыҙҙар янында ғына йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай:
- Һин ниңә беренсеһен поезд аҫтына ырғытманың, ә?
- Ырғыта алманым шул, ул бит иртән иртәк намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәлә менән килешеп ҡуя, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай!
- Ә һин ниңә икенсеһен ырғытманың?
- Ырғытырға, ул бит юлға сығыр алдынан "Аятел Көрси"не өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға!
- Ә өсөнсөһөн? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай!
- Шулайын шулай ҙа, ләкин ул өйҙән сығып киткәндә уны әсәһе: "Иҫән-һау йөрөп ҡайт, ҡыҙым, Аллаһ Тәғәлә ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн үҙеңде!"- тип доға уҡып, оҙатып ҡалды. Бар, тейеп ҡара һин уға! – ти шайтан.
Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур теләктәр теләп, доғалар уҡып, оҙатып ҡалайыҡ! Юлдағыларҙың барыһына ла Хызыр Ильяс юлдаш булып, имен-аман йөрөп, әйләнеп ҡайтырға яҙһын