+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2020, 21:27

Мәктәптәргә медик-студенттарҙы йәлеп итәсәктәр

Медицина уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың бурысы - мәктәптәрҙә тажвирус таралыуға юҡ ҡуймау.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров "Милләт һаулығы - Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе" Бөтә Рәсәй форумында тиҙ арала быйыл яҙ Өфө районында инфекцион госпиталь төҙөлөүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул уҡыу йылы башланыу менән белем усаҡтарында "медицина инспекторҙары" эшләй башлаясағы тураһында хәбәр итте. Был эшкә медицина уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарҙы йәлеп итәсәктәр. Улар мәктәптәрҙә санитария-медицина нормаларының үтәлешен, социаль дистанция һаҡланышын, битлек кейеү режимын күҙәтәсәктәр, синыф бүлмәләрен һәм тотош мәктәпте дизенфекциялауҙы контролдә тотасаҡ.



Читайте нас: