-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2020, 15:15

Вакцинация-2020: Путин ҡабаландыра, ә фармкомпаниялар вакцинанытағы ла ныҡлап һынап ҡарарға саҡыра

Рәсәйҙең хөкүмәт кәңәшмәһендә ил президенты яҡын арала вакцина эшләтеүҙе башларға кәрәк, әммә ул мәжбүри процедура булмаҫҡа тейеш, тигәйне.

Рәсәйҙең хөкүмәт кәңәшмәһендә ил президенты яҡын арала вакцина эшләтеүҙе башларға кәрәк, әммә ул мәжбүри процедура булмаҫҡа тейеш, тигәйне.
Кисә Владимир Путин тажвирустан тәүге вакцинаның теркәлеүе һәм Рәсәйҙең препаратты патентлаусы беренсе ил булыуы тураһында хәбәр итте. Ул вакцинаның бөтөн тикшереү этаптарын уңышлы үтеүе, үҙенең ҡыҙы беренселәрҙән булып уны эшләтеүе тураһында әйтте. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла уның һүҙҙәрен йөпләне.
Ә фармкомпаниялар вакцинаның эффектлы препарат булыуына шик белдерә икән. Уларға яуап итеп, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан вакцинаның халыҡ-ара стандарттарға тап килгән тикшереү этаптарын уңышлы үтеүе, уны теркәү бер ҙә ҡабалан эш булмауы тураһында хәбәр иттеләр.
Фото: russian.rt.com
Читайте нас: