Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2020, 12:05

Башҡортостанда пособие алыусылар һаны артты

"Демография" милли проекты сиктәрендә быйыл түләүҙәр алған ғаиләләр һаны ярайһы уҡ артты. Был хәл мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүенә һәм пособие түләүҙең 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем оҙайтыуға бәйле булды.

"Демография" милли проекты сиктәрендә быйыл түләүҙәр алған ғаиләләр һаны ярайһы уҡ артты. Был хәл мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүенә һәм пособие түләүҙең 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем оҙайтыуға бәйле булды. Шулай уҡ элек пособие йәшәү минимумы ғаиләлә бер кешегә 1,5-тән артмаһа ғына түләнә торғайны, ә хәҙер һәр ғаилә ағзаһына кәмендә 2 йәшәү минимумы тура килгәндә түләнә.
Бөгөн республикала ғаиләләге беренсе, өсөнсө һәм артабанғы тыуған балалар өсөн 22 меңдән ашыу ғаилә пособие ала. Икенсе балаға әсәлек капиталы иҫәбенән түләнә, шуға ла уны алыу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Әгәр мөрәжәғәт иткән ваҡытта балаға алты ай тулмаған булһа, ул тыуған айҙан башлап түләнә торған аҡсаны тулыһынса юллап алып була, әгәр ҙә алты ай үтһә, пособие ғариза яҙған көндән башлап түләнә.
#миллипроект #нацпроект #аманат
Читайте нас в