Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙыуынса, улар 2024 йылда Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейын федераль кимәлдә уҙғарыу хаҡында фекер алышҡандар. "Ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу - мөһим бурыс. Баш ҡалабыҙҙы үҫтереү һәм уңайлы, һәм матур, заманса ҡалаға әүерелдереү мөмкинлеге буллдырыу өсөн кәрәк. Тап шуның өсөн дә юбилейҙы федераль кимәлдә уҙғарырға кәрәк. Шуның өҫтөндә эшләйбеҙ", - ти ул.