-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 15:59

Тәмле ҡыҫтыбый бешерәбеҙ

Йома көндө өйҙә таба еҫе сығырға тейеш, - тип әйтә ине беҙ үҫкәндә өлкәндәр. Был көндө кемделер яңы бешкән икмәк менән сәй эсерһәң, һиңә оло сауаптар яҙыла, - тип әйтә торғайны өләсәйем дә. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бөгөн ҡыҫтыбый бешереп ҡарайыҡ.

Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Ҡыҫтыбый сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслеккә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла. Атаманың нигеҙендә эш барышын аңлатҡан «ҡыҫтырыу» йәки «ҡыҫыу» һүҙе тора.
Ҡамырын йомортҡа һытып һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр һыуынмаҫ элек (һыуынһа һынырға мөмкин) яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр.
Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән һары йәки шыйыҡ май менән майлайҙар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.
Донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый 2011 йылда Башҡортостанда бешерелә һәм Гиннесс китабына индерелә. Уның диаметры 2 метр 10 см була. Ҡыҫтыбыйҙы ҙурлығы 6,25 квадрат метр булған табала баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ресторан комплексы ашнаҡсылары бешерә. Ҡамырын йәйеү өсөн 2,5 метр оҙонлоғондағы уҡлауҙы "«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы" дәүләт унитар предприятиеһы оҫталары эшләп бирә.
Читайте нас: