+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 14:20

Владимир Путин: "Уҡыу йылы ҡәҙимгесә үтергә тейеш"

Кисә ил президенты Хөкүмәт ағзалары менән онлайн-кәңәшмә уҙғарҙы. Улар алдағы уҡыу йылы тураһында әңгәмәләште.

Кәңәшмәлә мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында, шулай уҡ 1 сентябрҙән башланғыс синыф уҡыусыларын бушлай ашатыу тураһында һүҙ барҙы. Быға тиклем төбәктәрҙә льготалы туҡланыу урындағы бюджет аҡсаһына ойошторола ине. 2020 йылдан алып Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрендә лә 1-4 синыф уҡыусылары бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Бының өсөн 2020-2021 уҡыу йылына 22 миллиард һум субсидия бүленгән. Ҡайһы мәктәптәрҙә заманса аҙыҡ-түлек блоктары ҡуйылмаған, йәки булғандары йүнәлтелмәгән – улар 2023 йылға тиклем сафҡа инергә тейеш. Әлегә төбәктәрҙәге мәктәптәрҙең 75 проценты әҙер.
Премьер- министр Михаил Мишустин әйтеүенсә, бәләкәй ауылдарҙағы балалар һаны аҙ булған (әҙ комплектлы) мәктәптәр ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Был йәһәттән мәктәп ашханаларын тейешле нормаларға тап килтереү өҫтөндә эш барырға тейеш.
Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов кәңәшмәлә мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында һөйләне: “Быйыл илдә 1 900 000 бала беренсе синыфҡа бара. Был һан башҡа йылдағыларға ҡарағанда күберәк. Улар ғәҙәттәгесә мәктәп тупһаһын аша үтеп, байрам тантанаһын тойорға тейеш. Бөгөн Рәсәйҙә 17 миллион уҡыусы, 7 миллион мәктәпкә тиклем белем алыусы бала һәм тағы 3 миллион самаһы үҫмер һөнәри урта белем биреү учреждениеларында иҫәпләнә. Йәғни 27 миллион бала һәм үҫмер ике аҙнанан уҡыуға бара һәм 1 сентябрь ғәҙәти форматта үтергә тейеш. Әлбиттә, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте ҡуйған шарттарҙы күҙ уңында тотоп. Эпидемиолгия-санитария талаптары ла, янғын хәүефһеҙлеге һәм тероризмға ҡаршы саралар ҙа күҙ уңында тотолорға тейеш. Мәктәптәр инфекция ояһына әүерелергә тейеш түгел”, - тине.
Кәңәшмәнең видеоһын http://www.kremlin.ru/events/president/news/63877 һылтанмаһы аша инеп, ҡарай алаһығыҙ.
Фото: Кремлин.Ру.
Читайте нас: