Әнәс бине Мәлик (Аллаһ унан разый булһын) Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһү ғаләйһи вә салләм) шул доғаны күп уҡыуын риүәйәт итә.
اَللَّهُمَّ أَتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الْأَخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
«Раббәнә әәтинәә фид-дүньйәә хәсәнәтән вә фил-әәхыйрати хәсәнәтән вә ҡыйнәә ғазәәбән-нәәр.»
(Аллаһым! Беҙгә донъяла һәм әхирәттә яҡшылыҡ бир һәм беҙҙе йәһәннәм ғазабынан һаҡла).