5-8-се синыф уҡыусылары Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен (ВПР) сентябрь урталарында яҙасаҡ. Туғыҙынсылар ҙа ситтә ҡалмай – уларға ла быйыл ВПР яҙырға тура килә.
Яҙма эштәрҙе уҡыусылар 14 сентябрҙән башлап, 2-4-се дәрестәр араһында яҙасаҡ. Сәғәтен мәктәп администрациялары үҙҙәре хәл итәсәк.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре уҡыусыларҙың алған белем кимәлен асыҡлау һәм шуларҙың нигеҙендә уҡыу әсбаптарына үҙәгештәр индереү өсөн үткәрелә.