+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2020, 17:10

Мәктәпкә барасаҡбыҙ, мәгәр...

Ниһайәт, Радий Хәбиров республикала дистанционка булмаясағы, 1 сентябрҙән балалар парта артына ултырып уҡыясағы хаҡында хәбәр итте. Мәктәп администрацияларына һәм уҡыусыларға ҡарата талаптар ҡаты ғына.

Ниһайәт, Радий Хәбиров республикала дистанционка булмаясағы, 1 сентябрҙән балалар парта артына ултырып уҡыясағы хаҡында хәбәр итте. Мәктәп администрацияларына һәм уҡыусыларға ҡарата талаптар ҡаты ғына.
  1. Синыф бүлмәләренә күсеп уҡыу системаһы булмай, йәғни уҡыусылар үҙҙәренең бүлмәһендә ултырып ҡына уҡыясаҡ. Физкультура, химия, физика, информатика, техноголия дәрестәрендә генә махсус йыһазландырылған синыф бүлмәләрендә уҡыу ҡаралған.
  2. Тәнәфестәр бөтәһе өсөн дә бер ваҡытта булмай – балалар ял итергә сират буйынса сығасаҡ.
  3. Ололар мәктәпкә мотлаҡ медицина битлектәрендә килергә бурыслы.
  4. Белем усаҡтары биналарында запас ишектәр асыҡ булырға тейеш. Уҡытыусылар һәм балалар бер ишектән йөрөмәй.
  5. Синыф бүлмәләрен, коридорҙарҙы дезинфекциялау, елләтеү график буйынса үтәлергә тейеш.
  6. Балалар күпәп йөрөгән урындарҙа – ашханала, спортзалда, коридорҙарҙа – һауаны вирус һәм бактерияларҙан таҙартыу саралары ҡуйыла.
  7. Һәр мәктәптә дәрестәр башланыр алдынан уҡыусыларҙың тән температураһын үлсәйәсәктәр. Уҡыусыларҙы мәктәп автобустары йөрөткән осраҡта автобусҡа ултырыр алдынан үлсәйәсәктәр.
  8. Дәрестәр 5 минутҡа ҡыҫҡартыла.
  9. Социаль дистанция булырға тейеш.
  10. Уҡытыусылар медицина битлеге кейеп, дәрес үткәрергә бурыслы.
  11. Мәктәптәрҙә был шарттарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары күҙәтәсәк. Республикалағы 8 медицина колледжы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары курс студенттары был эшкә йәлеп ителә.
    Фото: Уфа.Ру
    Читайте нас: