+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2020, 13:34

Олатай-өләсәйҙәрҙе дауалау еңеләйтелә

Йыш ҡына оло йәштәгеләр, йығылып, янбаш һөйәген һындыра. Был травманы дауалауы бик ауыр һәм ул күп ваҡыт талап итә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған заманса аппараттар пациенттарҙың аяҡҡа баҫыу осорон тиҙләтә аласаҡ.

Ошо көндәрҙә, янбаш һөйәге һынған өлкән йәштәге пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү пилот проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Туймазы дауаханаһына “Ренекс” рентген аппараты алынды.Ҡорамалды хирургия, нейрохирургия, ортопедия, травматология, педиатрия, эндоскопия һәм урология өлкәләрендә файҙаланып буласаҡ. Хирургтар уның ярҙамында аҙ тишемле операциялар яһап, пациенттың тиҙерәк һауығыуына булышасаҡ. Оҙаҡламай белгестәр яңы медицина ҡорамалын эштә һынап ҡараясаҡ.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: