Башҡортостанда тиҙҙән бөтөн балалар баҡсалары ла эшләйәсәк, тип хәбәр итте Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә тәрбиә биреү бүлеге етәксеһе Алина Ғәлина.
COVID-19 пандемияһы башланыу менән кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтөү тыйылды. Тик ҡайһы бер учреждениеларҙа дежур төркөмдәр генә ҡалдырылды. Унда ата-әсәһе эштә булып, өйҙә кескәйҙәрҙе ҡарарға кеше булмаған ғаиләләр балаларын йөрөттө.
Пандемияға бәйле сикләүҙәрҙе кәметеүҙең икенсе этабы йәй буйы кисектерелеп килде. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябрҙән республикала булған 1027 барлыҡ балалар баҡсалары ла асыла, тик унда санитария-эпидемиология шарттары ла үтәлергә тейеш.