Институт 1 августан алып 10 авгусҡа тиклем халыҡ-ара һораулама үткәргән. Унда Рәсәйҙең 75 төбәгенән 1,6 мең ата-әсә ҡатнашҡан. Тауыш биреүселәрҙең 56 проценты балаларын беренсе дәрескә үҙҙәре алып барып, мәктәптән алып ҡайтырға теләүен белдергән. Күбеһе (83%) был көндә өҫтәмә ял кәрәклеге тураһында тауыш биргән. Ҡайһы бер ата-әсәләр сентябрь айында эштән алдараҡ ҡайтыу, йәки һуңғараҡ йөрөү мәсьләһе буйынса эш урынында килешеү төҙөргә кәрәк булыр, ти.