+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 13:54

Ауыл мәктәптәрендә спорт залдары яңыртыла

Республикалағы 288 ауыл мәктәбенең 2024 йылға тиклем физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаһы яныртыласаҡ.

Республикалағы 288 ауыл мәктәбенең 2024 йылға тиклем физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаһы яныртыласаҡ.
Ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар “Һәр бала унышы” төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Йыл һайын спорт залдарын, майҙансыҡтарҙы яныртыу, мәктәп спорт клубтарын үҫтереү һәм спорт инвентары, асыҡ спорт ҡоролмалары менән тәьмин итеү ҡаралған.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы араһында әлеге проектты бойомға ашырыу буйынса килешеү төҙөлгән.
Уҡыу йылы башланыуына 43 спорт залын ремонтлау ҡаралған. Муниципаль райондар менән спорт залдарын ремонтлау һәм спорт ҡоролмаларын һатып алыуға 90-дан ашыу килешеү төҙөлгән.
2014 йылдан ауыл мәктәптәрендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылыуын әйтеп үтергә кәрәк. Был эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: