1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә 224 831 башланғыс синыф уҡыусыһы бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Федераль бюджеттан бының өсөн 778 ммллион һум аҡса бүленгән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республика бюджетынан да 106 миллион һум өҫтәлә. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫеүсе балалар ҙа бушлай туҡлана, һаулығы сикләнгән һәм инвалид балаларҙы ла дәүләт иҫәбенә көнөнә ике тапҡыр ашатыу ҡаралған.