-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 14:43

Ил президенты Рәсәй география йәмғиәтен 175 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Ҡотлау телеграмында ул былай тине: “Донъялағы иң боронғо география йәмғиәттәренең береһен булдырыуға дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәре, билдәле ғалимдар һәм сәйәхәтселәр, меценаттар һәм хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәр – киң даирәле, дәртле, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр сәбәпсе булған. Тап улар Ватанға намыҫлы хеҙмәт итте, Рәсәй география йәмғиәтененең үҫешенә тос өлөш индерҙе”.

Рәсәй география йәмғиәте экспедициялар уҙғарыу, ҡурсаулыҡтар булдырыу өҫтөндә күп эштәр башҡарҙы.
Оййошманың Башҡортостан бүлексәһе ойошторған “Урман рыцары” конкурсында “Аманат” журналы ҡырағай тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө өсөн өс тапҡыр лауреат булды. Башҡорт телле республика баҫмалары араһында бындай уңышҡа өлгәшкән бүтән баҫма юҡ.
Юбилейың менән, Рәсәй география йәмғиәте!
Фото: Максим Григорьев/ТАСС
Читайте нас: