+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 18:11

Тажзәхмәттән прививка

Уҙған аҙнала Рәсәйҙә тажзәхмәттән беренсе вакцина регистрация үтте.

Уҙған аҙнала Рәсәйҙә тажзәхмәттән беренсе вакцина регистрация үтте. Августың икенсе яртыһында прививка өсөн вакциналар медицина учреждениеларына килә башлаясаҡ. Почетлы академик Н.Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгендә эшләнгән тажзәхмәттән прививканы ике тапҡыр, өс аҙна тәнәфес менән яурынға яһала.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә,вирусҡа ҡаршы препарат иң тәүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусыларға яһаласаҡ.
Закон буйынса, яңы препарат тәүҙә өлкәндәрҙә тулы һынау үтергә тейеш. Моғайын, бер ярты йылдан балаларға ла яһарҙар.
Процедура алдынан һәр кем үҙенең хәл-торошон күҙәтергә тейеш: әгәр ҙә үҙеңде насар тойғанда, тән температураһы күтәрелгәндә прививка эшләтергә ярамай.
Ковид менән кем ауырыған, уларға прививка яһалмай.
Ауырыуҙың беренсе билдәләрен тойғанда, үҙеңде дауалау менән шөғөлләнергә ярамай, ә кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Читайте нас: