+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2020, 18:22

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ “ҺЫЛЫУҠАЙ” БӘЙГЕҺЕ БӨТӘ РӘСӘЙ СТАТУСЫН АЛДЫ

Төп приз - автомобиль!

Бәйгенең ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, MTVmix холдингы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы
Бәйге өс этапта үткәрелә.
1-се этап - сентябрҙән ноябрға тиклем тәбәктәрҙә, Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында үткәрелә.
2-се этап – финалға һайлап алыу туры Өфөлә 2020 йылдың 7 ноябрендә буласаҡ. Финалға уҙыусы ҡыҙҙар менән хореография, вокал, актерлыҡ оҫталығы буйынса махсус белгестәр эшләйәсәк,
3-сө этап – Финал бәйге Өфөлә 2020 йылдың 3 декабрендә буласаҡ.
Читайте нас: