+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2020, 14:07

Благовар районында яңы моделле китапхана асыла

Киләһе аҙнала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Благовар районының Языково ауылында заманса мәҙәни-мәғариф үҙәге – яңы быуын китапханаһы ишектәрен аса.

Киләһе аҙнала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Благовар районының Языково ауылында заманса мәҙәни-мәғариф үҙәге – яңы быуын китапханаһы ишектәрен аса.
2020 йылда Үҙәк район китапханаһы моделле китапханалар булдырыу буйынса федераль конкурстың еңеүселәре исемлегенә инеп, эшмәкәрлеген замансалаштырыуға, китап фондтарын һәм китапхана майҙанын яңыртыуға 15 миллион һум аҡса алғайны.
Капиталь ремонттан һәм замансалаштырыуҙан һуң китапхана бинаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Уны компьютер техникаһы менән йыһазландырғандар, киң полосалы Интернет үткәргәндәр. Бында хәҙер Милли электрон китапханаға, Президент китапханаһына, Литресҡа инеү мөмкинлеге бар. Фонд шулай уҡ яңы һәм көнүҙәк әҙәбиәттең алты мең экземпляры менән тулыландырылған.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә моделле китапханалар булдырыу” темаһы буйынса Рәсәй дәүләт китапханаһы курстарын үткән, улар эштең заманса формаларын индерергә, интеллектуаль ваҡыт үткәреүҙе ойошторорға, Благовар районы халҡының таланттарын һәм һәләттәрен асырға әҙер.
#миллипроект
#нацпроект
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Читайте нас: