+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2020, 15:53

Еңеүсе ҡыҙға - 30 мең һум һәм электр үҙэйелгес

"Ирәндек моңдары-2020" конкурсында быйыл

Сибай ҡалаһы 15 йыл рәттән Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыр-моң оҫталарын "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсына йыя. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл 183 башҡарыусы ҡатнашҡан. Шуларҙың 56-һы - 16 йәшкә тиклемге балалар.
Балалар араһында почетлы 3-сө урынды Сибай ҡалаһынан Айзель Әҙелбаева яулаһа, 2-се урынға Баймаҡ районынан Розалия Аҫылғужина лайыҡ булды. 1-се урын Хәйбулла районынан Гөлдәр Аллабирҙинаға бирелде. Иң юғары награда - гран-при Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Мира Харрасоваға тапшырылды. Талантлы ҡыҙға Радий ХӘбиров 30 мең һумға сертификат һәм электрон үҙейелгес (самокат) бүләк итте.
Афарин, дуҫтар! Милли тарихыбыҙҙы сағылдырған оҙон көйлө йырҙарыбыҙҙы өйрәнеүегеҙ, уларҙы сәхнәгә сығып башҡарыуығыҙ оло маҡтауға лайыҡ!
Читайте нас: