-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 17:25

Өфөлә август кәңәшмәһе бара

Әлеге ваҡытта "Торатау" Конгресс-Холында онлайн-форматта республика август кәңәшмәһе үтә. Тура эфирҙы беҙҙең сайтта ҡарай алаһығыҙ.

Әлеге ваҡытта "Торатау" Конгресс-Холында онлайн-форматта республика август кәңәшмәһе үтә. Быйылғы сараның темаһы - "Мәғарифтағы һанлы трансформация - традицион уҡытыуҙың перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре".
Кәңәшмә сиктәрендә дискуссия майҙансыҡтары эшләй, унда уҡытыу процесында һанлы технологиялар ҡулланыу, дөйөм, өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү системаларының үҫеш перспективалары, шул иҫәптән дистанцион уҡытыу ваҡытында алынған тәжрибәләрҙе ҡулланыу һәм камиллаштырыу, балаларға өҫтәмә белем биреүҙә технологияларҙы яңыртыу, дистанцион режимда уҡыусыларҙың психологик һаулығын, именлеген ҡайғыртыу, һөнәри урта белем биреүҙә үҫеш системаларындағы яңылыҡтар, Башҡортостанда билингваль һәм полилингваль уҡытыу шарттарында туған һәм дәүләт телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау мәсьәләләре ҡарала.
Сарала Башҡортостан Республикаһының хөкүмәт органдары вәкилдәренең, "Юғары иҡтисад мәктәбе" Милли тикшереү университетының мәғарифты һанлы (цифровая) трансформациялау лабораторияһының әйҙәүсе экспертының, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесенең, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән комитеты председателе урынбаҫарының һәм башҡа спикерҙарҙың сығыштары ҡаралған.
Дискуссия майҙансыҡтары онлайн-режимда үтә.
Читайте нас в