Башҡортостан мәктәптәре 1 сентябргә әҙерләнә. Алдан әйтеүебеҙсә, һәр мәктәптә тажвирусҡа ҡаршы дезинфекция үткәрелә тигәйнек.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, белем усаҡтарын инфекция ояһына әйләндермәҫ өсөн һауа таҙартыусы приборҙар, пирометрҙар һәм дезинфекция саралары һатып алына. Республика бюджетынан бының өсөн 185 миллион һум аҡса бүленгән.
"Приборҙар мәктәптәргә таратып бирелде. Балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы вирустан һаҡларға тейешбеҙ", - тине министр.