-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2020, 15:04

Вертолеттар ярҙамға килә

Һаулыҡ һаҡлау тармағына санавиация ярҙамға килә. 21 августа Яңауыл үҙәк район дауаханаһынан пациентты Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына килтерҙеләр.

Һаулыҡ һаҡлау тармағына санавиация ярҙамға килә. 21 августа Яңауыл үҙәк район дауаханаһынан ҡатмарлы бөйөр патологияһынан яфаланған пациентты уның ярҙамында Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына килтерҙеләр.
Өҫтәүенә ҡатындың хәле башҡа сирҙәр сәбәпле ауырайған, бөйөр ҙә берәү генә... Яңы Ансат вертолеты ауырыуҙы 55 минут эсендә килтереп еткергән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, пациентҡа тикшереү һәм махсус медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Ансат вертолеты нимәһе менән айырыла? Беренсенән, ул тулыһынса тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, икенсенән, уның ярҙамында ауырыуҙы тиҙ эвакуацияларға мөмкин, өсөнсөнән, вертолетта уҡ реанимация сараларын үткәреү ҡаралған. Тимәк, республика халҡына махсус, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеп буласаҡ. Башҡортостанда санитар авиацияһын үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Санавиацияның төп маҡсаты – тәүге һәм ашығыс махсуслаштырылған медицина ярҙамын күрһәткәндә оператив рәүештә ҡарар ҡабул итеү, үлем кимәлен кәметеү. Санитар авиация үҫеше стратегияһына ярашлы, республикала һигеҙ вертолет майҙаны булдырыласаҡ. Улар Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм Асҡын, Мәсәғүт ауылдарының медицина ойошмаларынан алыҫ булмаясаҡ. Тағы ла алты майҙан баш ҡалала урынлашасаҡ. Шулай итеп, санитар авиация ярҙамында 2020 - 2024 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә кәм тигәндә 465 осош яһаласаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в