Яңауыл ҡалаһының "Ҡыңғырау" 7-се балалар баҡсаһын "Демография" милли проекты сиктәрендә төҙөкләндергәйнеләр. Тиҙҙән балаларҙы яңыртылған балалар баҡсаһы ҡаршы алыр: киң, яҡты аудиторияларҙа уңайлы мебель ҡуйылған, иҙәндәргә йылы балаҫтар йәйелгән, стеналарҙы һәм тәҙрәләрҙе йәнһүрәт геройҙары биҙәй. Уйын бүлмәләрендә яңы уйынсыҡтар, йырларға яратҡан кескәйҙәр өсөн электрон пианино һатып алынған.