+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 19:25

Һинең дә тауышыңды ишетерҙәр!

8-800-2000-122 һанлы Бөтөн Рәсәй балалар ышаныс телефонына – 10 йыл!

Замана балаларын, үҫмерҙәрен ниндәй һорауҙар борсой? Рәсәй йондоҙҙары һорауҙарға яуаптар бирәсәк.
2020 йылдың сентябрендә 8-800-2000-122 – Бөтөн Рәсәй балалар ышаныс телефонына – 10 йыл! Ошо ваҡиға айҡанлы ауыр яҙмышҡа дусар булған балаларға ярҙам итеү Фонды “Ышаныс тауышы” акцияһы иғлан итте. 24 сентябрь көнө популяр артистар, музыкантар, блогерҙар тура эфирҙа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осрашасаҡ. Ололар үҙҙәренең олоғайыу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашасаҡ.
Ауыр яҙмышҡа һәр кем дусар булыуы мөмкин. Ауыр саҡта иң мөһиме өндәшмәй ҡалырға ярамай. Проблемаларыңды һөйләргә, һине тыңларға, ярҙам итергә әҙер кешеләргә ышанырға кәрәк.
Үҙеңде борсоған һорауҙарыңды бир!
Ток-шоуҙа Рәсәйҙең бөтөн уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙеңде борсоған һорауҙы 24 августа старт алған Бәйләнештәге социаль селтәрендәге Балалар ышаныс телефоны рәсми төркөмөнә ебәрергә https://vk.com/tel88002000122
Акцияның РR-хеҙмәте бәйләнеше:
Ольга Кравченко, тел. +7(916) 746 52 62
Читайте нас: