+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 13:46

Инша яҙып, биштәр отоусының исеме билдәле булды

Ниһайәт, кисә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге иғлан иткән "ЙӘЙ2020" акцияһы тамамланды. Унда иң шәп инша ебәргән балаға мәктәп кәрәк-ярағы менән тулы биштәр вәғәҙәләгәйнеләр. Кем булды икән ул? Тулыраҡ - сайтта.

Ниһайәт, кисә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге иғлан иткән "ЙӘЙ2020" акцияһы тамамланды. Унда иң шәп инша ебәргән балаға мәктәп кәрәк-ярағы менән тулы биштәр вәғәҙәләгәйнеләр.
Иң шәп автор тип Ейәнсура районы Ғ.Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбенең бишенсе синыф уҡыусыһы - Карина Йәркәева танылды. Әйткәндәй, Карина конкурсҡа иң беренсе булып эшен ебәргәйне. Уның иншаһын ошо мәғлүмәттең аҙағында уҡырһығыҙ.
Шулай уҡ ойоштороусылар был конкурста мәғлүмәтле, бай йөкмәткеле, һутлы телле иншалары менән беҙҙе әсир иткән, призлы урын яулаусы егет-ҡыҙҙарҙы ла билдәләп үтте:
1 урын –Өфө ҡалаһы 102-се башҡорт гимназияһының 2-се ”А” синыфы уҡыусыһы Ғилманов Мурад;
2 урын - Өфө ҡалаһы М.Кәрим ис.158-се башҡорт гимназияһының 4 -се “В” синыфы уҡыусыһы Ярмуллина Сәлимә;
3 урын- Өфө ҡалаһы 102-се башҡорт гимназияһының 6-сы ”А” синыфы уҡыусыһы Хисайева Айгөл.

Иң күп лайк йыйған авторға ла бүләк тәтене. Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә ике йөҙгә яҡын лайк йыйыусы Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбенең 2 -се "А" синыфы уҡыусыһы Әхмәтйәнов Динир “Халыҡ һөйөүе” номинацияһында еңеүсе булараҡ танылды.

Инша конкурсында еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының дипломдары һәм китаптар менән бүләкләнә. Һәр ҡатнашыусыға электрон сертификат тапшырыла.


Читайте нас: