+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 16:41

Әллә каникулды оҙайтырға итәләр инде?

Уҡыусылар мәктәпкә барыу менән тажвирус ҡабаттан ҡотороп китмәҫме икән? Әллә уҡыуҙы тағы бер айға кисектереп торорғамы икән? Ошондай фекерҙәр менән Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовҡа мөрәжәғәт иткән.

Депутат үҙенең фекерен көн дә 5 меңләп кешелә вирус табылыуына нигеҙләп, әйтә.
"Тағы бер ай каникул өҫтәгәндә, балалар араһында вирустың кинәт таралыуына һәм инфекцияның ҡабаттан тоҡанып китеүенә юл булмаҫ ине, шулай уҡ, ата-әсәләргә һәм балаларға медицина тестары тапшырыу өсөн уңайлыраҡ булыр, ә медучреждениеларҙа сират ҙур булмаҫ ине" - ти ул.
Министрлыҡтан был фекерҙе кире ҡағыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. "Алдан ата-әсәләргә, белем усаҡтарына 1 сентябрҙән уҡыу башланыуы тураһында әйттек. Күптәр парта артына ултырып, дәрес тыңлауҙы һағынған, көтә. Шуға тағы бер айға каникулды оҙайтыу дөрөҫ булмай, был хәлдең социаль көсөргәнешлекте арттырыуы бар", - тиелә яуап хатта.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл 1 сентябрҙән ғәҙәттәгесә режимда уҡыйбыҙ. Әммә мәктәптәрҙә яңы шарттар булдырыла: көн дә тән температураһын үлсәү, дезинфекция, кабинеттарҙан сыҡмай уҡыу системаһы.
Читайте нас: