+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 18:01

Йүткереү ҙә, тән температураһы ла түгел.

Тажзәхмәттең иң төп билдәләренең береһе булып... (дауамы сайтта)

Тажзәхмәттең иң төп билдәләренең береһе булып тын ҡыҫылыуы тора, – тип белдерҙе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш пульмонологы, медицина фәндәре докторы, профессор Сергей Авдеев “Рәсәй-1” телеканалы эфирында. Белгес әйтеүенсә, Ковид-19-ҙың билдәһе тәндең юғары температураһы ла, йүткереү ҙә түгел, ә ауырыуҙың мөһим билдәһе– һауа етмәүе. Шуға ла үҙеңдең хәл-торошоңдо көн дә күҙәтеп торорға, беренсе билдәләрен тойомлағанда медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тажзәхмәт организмға тын юлы, ашҡаҙан, эсәк аша килеп инә. Бынан тыш, беренсе билдәләре булған еҫ һиҙеү юғалыу – үҙәк нерв системаһының зарарланыуын күрһәтә.
Сирҙе йоҡтормайым тиһәгеҙ:
– йәмәғәт урындарында оҙаҡ булырға тырышмағыҙ;
– кеше күп булған урында битлек кейегеҙ, ул танауҙы, ауыҙҙы һәм эйәкте ту­лыһынса ҡапларға тейеш;
– сөскөргән-йүткергән кешеләр янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарағыҙ;
– ҡулығыҙҙы, танау эсен яҡшылап йыуығыҙ, айырыуса урам­да йөрөп ингәндән һуң;
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
(Фотоһүрәттәр интернет селтәренән алынды. Материалды тулыраҡ сайтта уҡығыҙ) https://www.gazeta.ru/social/2020/04/28/13066129.shtml
Читайте нас: