+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 16:03

Ҡыҙыҡай үлгән, тип уйлағандар

Өфө ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл Рәсәйҙе тетрәтте: тиҫтерҙәре 8 йәшлек ҡыҙҙы быуып, йылғаға ташлаған. Баҡтиһәң улар "Эт ләззәте" (собачий кайф) тигән хәүефле "уйын" уйнағандар икән. Тикшереү үткәргән һуң баланың һыуға ташлаған ваҡытта әле тере булыуы асыҡланған. Тулыраҡ - сайтта

Өфө ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл Рәсәйҙе тетрәтте: тиҫтерҙәре 8 йәшлек ҡыҙҙы быуып, йылғаға ташлаған. Баҡтиһәң улар "Эт ләззәте" (собачий кайф) тигән хәүефле "уйын" уйнағандар икән. Тикшереү үткәргән һуң баланың һыуға ташлаған ваҡытта әле тере булыуы асыҡланған.
Хәл былай була: 22 август көнө бер төркөм балалар урамда уйнап йөрөй һәм, "Собачий кайф" тигән ҡурҡыныс уйын уйнағанда (уны уйын тип атарға ла ярамай, торғаны бер енәйәт), ике өлкәнерәк малай, абайламаҫтан, 8 йәшлек ҡыҙҙы быуалар. Ҡыҙыҡай иҫен юғалта. Тиҫтерҙәре уны аңына килтерергә маташып ҡарай, аҙаҡ, үлгәндер тип уйлап, эҙ яҙлыҡтырыр өсөн уны сисендереп, Шөгөр йылғаһына ташлай.
Тик ҡыҙыҡай үлмәгән, мәрткә киткән булған...
Бер компанияла уйнаған 12 йәшлек малай үҙенең ғәйебен таныған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Собачий кайф"тың һөҙөмтәләре йыш ҡына үлемгә илтә, йәки кеше мәрткә китә. Йоҡо артерияһы буйлап башҡа ҡан бара алмағас, кеше кислород етешмәүҙән тонсоға, уның нервы күҙәнәктәре үлә. Шуны белә тороп, үҫмерҙәр һаман был "уйын"ды "уйнай"...
Аллаһ һаҡлаһын, бындай хәлдәр ҡабатланмаһын ине.
Читайте нас: