+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 17:02

Ҡаҙан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

“Был монумент башҡорт һәм татар халҡының дуҫлығын тағы ла нығытыр”, - тине... (дауамы - сайтта)

“Был монумент башҡорт һәм татар халҡының дуҫлығын тағы ла нығытыр”, - тине тантанала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
“Мостай Кәрим һәйкәле беҙҙең халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ символына әүерелеренә ышанам”, - тине Радий Хәбиров.
Мостай Кәрим һәйкәле шағир исемен йөрөткән скверҙа урынлашҡан. Монументтың скульпторы - Рәсәй рәссамдар берлеге рәйесе Андрей Ковальчук. Уға Татарстан Президентының рәхмәт хаты тапшырылды. Радий Хәбиров һәйкәл авторын Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
Читайте нас: