+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 16:01

Юлға йүгереп сыҡҡан

Салауат ҡалаһында 10 йәшлек малайҙы Toyota Land Cruiser автомобиле бәрҙергән. Был юлы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үҫмер үҙе боҙған.

Салауат ҡалаһында 10 йәшлек малайҙы Toyota Land Cruiser автомобиле бәрҙергән. Был юлы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үҫмер үҙе боҙған.
Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, был хәл Космонавтар бульварында булған. 37 йәшлек водитель машина йөрөй торған юлға йүгереп сыҡҡан баланы күрмәй ҡалған.
Һөҙөмтәлә малай травмалар менән дауаханаға оҙатылған.
Дуҫтар! Зинһар, юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ, светофор, зебра ҡуйылған урындарҙан ғына үтегеҙ!
Читайте нас: