+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 14:41

Бөгөн ҒӘШҮРӘ көнө

Мөхәррәм айының унынсы көнөндә, исламда әһәмиәтле көндәрҙең береһе – Пәйғәмбәрҙәрҙе һәм сәхәбәләрҙе иҫкә алыу, йәғни, Ғәшүрә көнө... (дауамы - сайтта)

Бөгөн, мосолмандарҙың мөхәррәм айының унынсы көнөндә, исламда әһәмиәтле көндәрҙең береһе – Пәйғәмбәрҙәрҙе һәм сәхәбәләрҙе иҫкә алыу, йәғни Ғәшүрә көнө билдәләнә. Был байрамдың исеме «әшәрә» ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан, «ун» тигәнде аңлата.
Тап ошо көндө һауа, ер, фәрештәләр һәм беренсе кеше – Әҙәм ғәләйһис-сәләм барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә ун пәйғәмбәренә лә ун бәхет бирә.
Ғәшүрәлә ике йәки өс көнлөк ураҙа тоторға тейештәр. Ураҙа тотоу сөннәтле мосолмандарға фарыз.
Мосолман дини уҡыуына ярашлы, Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу элекке һәм киләсәк йылдарҙағы гонаһтарҙан арындыра, ә был көндө ауырыу кешенең хәлен белешеү Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең барлыҡ балаларының хәлен белешеүгә тиң, тип иҫәпләнә. Һыуһағанға һыу биргән кешенән гонаһтар алына, ә тулы тәһәрәт алған мосолман барлыҡ ауырыуҙарҙан һәм интегеүҙәрҙән һаҡланасаҡ. Ғәшүрә көнөндә хәйер биреү, балаларҙы һәм яҡындарҙы ҡыуандырыу, Ҡөрьән уҡыу ҡаралған.
Башҡортостанда был көндәрҙә мәсеттәрҙә вәғәздәр уҡыла, дин тотоусылар күберәк яҡшы эштәр ҡылырға тырыша.

Аллаһ Тәғәлә Ғәшүрә көнөн матур ғибәҙәттә, ураҙала үткәрергә насип итһен.
ҒӘШҮРӘ КӨНӨ /Ҡисса – аңлатма. Мөнәжәт итеп тә әйтергә була./

Ғәшүрә көнө - ниндәй көн?
Тип һораны бер кеше,
Белгәнемде яҙам әле
Бер аҙ аңлатыу өсөн.

Һижри Яңы йыл башланғас
Мөхәррәмдең унында,
Ғәшүрә көн билдәләнә
Мосолман донъяһында.

Был көндө ҡылған изгелек
Тик ерҙә генә ҡалмаҫ..
Ҡылған яҡшылыҡтарыңды
Бер кем тартып алалмаҫ…

Ете ҡат Ер, ете ҡат Күк
Ғәшүрә көн яһалған,
Аллабыҙ *Бар бул!* тигән дә
Юҡтан бар яһап ҡуйған!!!

Был Изге көн пәйғәмбәрҙәр
Бәләләрҙән ҡотолған..
Бик күп кенә яманлыҡтар
Яҡшылыҡтан отолған.

Ғәшүрә көн Раббым- Аллаһ
Тәүге кеше бар иткән…
Был - ир кеше һыны булған
Әүәләнгән балсыҡтан…

Бар Ғәләмдә берәү генә
Булған ошо есемгә
Йәнен өргәс, ул Әҙәм тип
Биргән ти исемен дә.

Уның уң ҡабырғаһынан
Бар иткән тағы бер һын,
Иң тәүге инәбеҙ булған
Һауа исемле ҡатын.

Йәшәгән улар ожмахта
Белмәй тормош нужаһын,
Аллаһ тыйғандан тыйылып
Үтәп уның ҡушҡанын.

Берҙәнбер көн яуыз Иблес
Баҫып былар алдына,
Ҡотортҡан гонаһ ҡылырға
Ашарға ҡыҙыл алма!

Аллаһы Тәғәлә тыйған
Был алманы ашауҙан,
Ә йәштәр көс табалмаған
Нәфсе тыйып ҡалыуҙан.

Иблес ҡотортоуын тыңлап
Улар яңлыш эшләгән,
Аллаһ тыйғандан тыйылмай
Гонаһлы эш эшләнгән.

Аллаһы Тәғәлә бер ҙә
Риза булмай был эштән,
Әйткән Әҙәм һәм Һауаға
*Ҡыуам һеҙҙе ожмахтан!

Хәҙер ебәрермен һеҙҙе
Үҙем бар ҡылған Ергә,
Шул Ерҙә ғүмерҙәр итеп
Һынауҙарҙы үтергә!

Әгәр күрһәтә алһағыҙ
Тик Яҡшы ғына яҡтан,
Булыр һеҙҙең урынығыҙ
Түрҙәрендә ожмахтың!

Әгәр инде һеҙ барһағыҙ
Юлы буйлап шайтандың,
Утын булып янырһығыҙ
Ялҡынында тамуҡтың!*

Һүҙен биргән Тәүбә ҡылып
Тәүге Әҙәм Раббыға,
Үҙен донъяға яралтҡан
Юҡтан Бар ҡылыусыға!

Ожмахтарға керер өсөн
Яҡшы эштәр ҡылырға,
Уның ҡушҡандарын үтәп
Тыйғандан тыйылырға.

Раббым Аллаһ ҡабул иткән
Әҙәм ата Тәүбәһен,
Был көн дә булған Ғәшүрә,
Шатлыҡлы көн, изге көн!

Ул саҡта шайтан – Иблес тә
Ожмахта бит көн күргән,
Әҙәм, Һауа менән бергә
Ул да Ергә һөрөлгән…

Иблескә Раббым Алланан
Хәтәр яза эләгә,
Ожмахтарҙы ул күрәлмаҫ,
Тамуҡта ул мәңгегә!

Нишләмәк кәрәк, Аллаға
Бер кем ҡаршы торалмай,
Әҙәм – ир, Һауа - ҡатын-ҡыҙ
Ерҙә көн күрә башлай.

Бик күп нәҫелдәр үрсегән
Әҙәм менән Һауанан,
Беҙҙең тәүге Инәбеҙ һәм
Беҙҙең тәүге Атанан.

Иблес тә шул ваҡыттарҙан
Ерҙә йәшәй башлаған,
Шайтан яуын йыйып алып
Әмер биреп ташлаған.

*Яҡшы юлдан яҙҙырайыҡ
Әҙәмдең балаларын,
Шул Әҙәмдең арҡаһында
Тамуҡта беҙҙең урын!*

Әҙәмдең нәҫелдәренә
Шайтандар ҡотҡо һала,
Төрлө - төрлө Яманлыҡҡа
Ҡотортоп ҡына тора!

Бына шул Әүүәл замандан
Әҙәмдәр ғәмәл ҡыла,
Яҡшымы ул, Яманмы ул
Яҙылып ҡына тора.

Бирешмәйек Иблескә беҙ
Шайтандарҙан ҡасайыҡ,
Әҙәм Атабыҙ һүҙенә
Тоғро булып ҡалайыҡ!

Ергә мәңге килмәгәнбеҙ,
Ҡунаҡ ҡына беҙ бында,
Мәңгелеккә барған саҡта
Күңел булһын иманда!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
Читайте нас: