+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 12:57

Бүләгең ҡотло булһын, Ләйсән!

Нуриман районының Иҫке күл ауылынан Ләйсән Шаһиева "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, "Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә" китабын отҡайны. Бөгөн ул бүләген килеп алды.

Нуриман районының Иҫке күл ауылынан Ләйсән Шаһиева "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып, "Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә" китабын отҡайны. Бөгөн ул бүләген килеп алды.
Ләйсән һылыуҙы бүләге менән ҡотлайбыҙ! Ул йыл да уйында ҡатнаша. Шулай итеп, 2018 йылда - компьютер, былтыр "Аманат"тың фирма сәғәтен отто, ә быйыл иһә китаплы ла булды. Бына ниндәй даланлы ҡыҙ ул Ләйсән! Тормошоңда гел шулай уңыш йылмайып тоорһон үҙеңә!
Әйткәндәй, өс көндән 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы башлана һәм һеҙ йәнә "Яҙыл да бүләк от!" уйынында үҙегеҙҙең бәхетегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ. Был юлы төп приз - велосипед буласаҡ. Әйҙәгеҙ, ятып ҡалғансы атып ҡалайыҡ, 350 һум да 28 тингә журналлы ла, тимер атлы ла булайыҡ!
Читайте нас: