-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 17:18

Справка кәрәкме ул?

Тиҙҙән -мәктәпкә. Ҡайһы бер ата-әсәләр чаттарында, геү килеп, баланы мәктәпкә алып барыр алдынан тажвирусҡа тест эшләтергә кәрәк икән, уның ауырымауы хаҡында дауахананан белешмә (справка) кәрәк икән тигән һүҙҙәр йөрөй. Ысынмы икән?

Тиҙҙән - мәктәпкә. Ҡайһы бер ата-әсәләр чаттарында, геү килеп, баланы мәктәпкә алып барыр алдынан тажвирусҡа тест эшләтергә кәрәк икән, уның ауырымауы хаҡында дауахананан белешмә (справка) кәрәк икән тигән һүҙҙәр йөрөй.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, мәктәптәрҙә һаулыҡ инспекторҙары - медицина уҡыу йорттары талиптары дежурҙа торасаҡ. Белем усағына инер алдынан мотлаҡ тән температураһын тикшерәсәктәр, әгәр ҙә уҡыусының температураһы юғары булһа уны дәрескә индермәйҙәр.
Интерната йәшәүсе уҡыусыларға талаптар башҡасараҡ. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына яңы ҡабул ителгән уҡыусыларға үҙҙәре менән түбәндәге медицина документтары кәрәк:
  1. 086 формаһындағы медицина белешмәһе
  2. Профилактика прививкалары сертификаты
  3. 063/у формаһындағы профилактика прививкалары картаһы
  4. 15 йәштән - күкрәк ситлеге ағзаларының флюорографияһы
  5. Кардиологтан ЭКГ һөҙөтәһе тураһында справка
  6. Баланың сәләмәт мөхиттә булыуы хаҡында справка
  7. Педикулез, ҡысытма ауырыуҙары менән сирләмәүе тураһында справка.
  8. Ә инде уҡыуын дауам итеүсе балалар үҙҙәре менән түбәндәге белешмәләр килтерергә бурыслы:
    1. Баланың сәләмәт мөхиттә булыуы хаҡында справка
    2. Педикулез, ҡысытма ауырыуҙары менән сирләмәүе тураһында справка
    3. Бак.анализ (кал)
    4. Бабасырға анализ (кал на я/гл).
    5. Читайте нас: