+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 14:30

Стәрлетамаҡта мәктәпкә тиклем белем биреү сертификаттары таратыла

Стәрлетамаҡта «Демография» милли проектын һәм «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу шарттарын булдырыу» төбәк проектын бойомға ашыралар.

Стәрлетамаҡта «Демография» милли проектын һәм «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу шарттарын булдырыу» төбәк проектын бойомға ашыралар.
Былтыр ноябрҙә Стәрлетамаҡта "Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты" проекты ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Был сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан алып өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә муниципаль баҡсала билдәләнгән хаҡҡа шәхси мәктәпкәсә балалар ойошмаһында урын алыу хоҡуғы бирә.
Проектта дүрт шәхси балалар баҡсаһы ҡатнаша. Балалары лицензиялы шәхси балалар баҡсаһына йөрөгән ата-әсәләр түләүҙең бер өлөшөн компенсациялауға субсидия ала.
Хәҙергә дүрт шәхси балалар баҡсаһына 209 сетификат бирелгән. Был ҡаланың мәктәпкәсә учреждениеларына сиратты кәметеү мөмкинлеген биргән.
Сығанаҡ: БР Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте.
#Демография #Миллипроект #нацпроект
Читайте нас: