+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 19:27

Хөкүмәт кәңәшмәһендә докладтың бер өлөшө башҡорт телендә барасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнөн үткәреүгә әҙерлек саралары тураһындағы доклад менән башҡорт телендә сығыш яһаны

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнөн үткәреүгә әҙерлек саралары тураһындағы доклад менән башҡорт телендә сығыш яһаны. Байрамды апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрь айының икенсе йомаһында үткәреү ҡаралған. Эпидемиологик хәлгә бәйле байрамдың күберәк өлөшө онлайн режимда үтәсәк: күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә #МойНациональныйКостюм #Милли Костюм тэгы менән масштаблы флешмоб, иң яҡшы фотолар календарҙә баҫыласаҡ.
11 сентябрҙә 19.00 сәғәттә Конгресс-холл майҙанында үтәсәк байрамда теләгән һәр кем милли кейемдә ҡатнаша ала.
Фәнүр Йәғәфәров этно стилдәге кейем-һалым булдырыусыларға ярҙам итеү мөмкинселеген ҡарарға тәҡдим итте: “Милли элементтар менән – мәктәп формаһы булһынмы, балалар әйберҙәре, көнкүреш кәрәк-ярағымы – тауар етештереүҙең шәхси индустрияһын булдырыу мөһим,” – тине Вице-премьер. Ул үҙе лә милли элементтар менән биҙәлгән эшлекле костюм кейгән ине.
Мәғлүмәт Башинформ сайтынан алынды: https://www.bashinform.ru/news/1487203-vitse-premer-rasskazal-o-podgotovke-k-dnyu-kostyuma-na-bashkirskom-yazyke/
Читайте нас: