+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 13:23

“Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” беҙҙә йәшәй!

“2020 йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандан Шәйхисламовтар ғаиләһе “Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе булды.

“Демография” милли проектына ярашлы ойошторолған “2020 йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандан Шәйхисламовтар ғаиләһе “Рәсәйҙең алтын ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе булды.
Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән Рәйсә һәм Шәйҙулла Шәйхисламовтарҙың тормош ҡороуына - 65 йыл. Улар һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын иңендә күтәргән, сыныҡҡан быуын. Шәйҙулла Нурислам улы сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәреүҙә ҡатнаша, ғүмер буйы иген игә. Ҡатыны Рәйсә Сафа ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау тармағында хеҙмәт итә.
Улар өс ул үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Бөтә Рәсәй конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде. Унда ҡатнашҡан ғаиләләр тәжрибәләре, өлгө күрһәтеүҙәре, уңыштары менән кешелек өсөн мөһим ҡиммәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Милли китап - йылъяҙма нәшер ителәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: