Тиҙҙән Башҡортостанда балалар өсөн күңел асыу учреждениелары йәнә эшләй башлай, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.
«Балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе асабыҙ, ә балалар өсөн күңел асыу учреждениеларын юҡ. Балалар өсөн ойошмаларҙы асҡас, бының мәғәнәһен күрмәйем. Әлегә дискотекаларҙы, клубтарҙы асмай торабыҙ – түҙерҙәр: ресторандар асыҡ, ә бына ҡалғандарын, әйҙәгеҙ, асайыҡ», — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән Башҡортостанда мунсалар һәм сауналар үҙ эшен башлай. Республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле тиҙҙән юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға тейешле үҙгәрештәр индерелә.