-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 18:15

Сентябрҙең икенсе яртыһында республикаға көҙгө һауа торошо килә

gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябргә тиклем Башҡортостанда... (дауамы - сайтта)

gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана. Өфөлә көндөҙ һауа +17, +28 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +8-ҙән түбән төшмәй. 11-12 сентябрҙә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана, айҙың тәүге яртыһындағы ҡалған көндәрҙең ҡояшлы һәм ҡоро булыуы, елдең талғын, секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
15 сентябрҙән һуң республикаға көҙгө һауа торошо килә. 16-һынан һуң Өфөлә ямғырҙар фаразлана, көндөҙгө сәғәттәрҙә ҡалала елле була һәм +8-12 градусҡа тиклем һалҡынайта.
Метеофараздар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге күп кенә төбәктәрҙә сентябрҙең тәүге яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Илдең ҡайһы бер субъекттарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы уртаса климатик норманан 5-6 градусҡа юғарыраҡ була. Метеорологтар бындай һауа торошо аномалияларын глобаль йылыныу процесы тәьҫире менән бәйләй.
Читайте нас в