+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 11:19

Байрам бөгөн! Белем көнө менән, дуҫтар!

БЕЛЕМ КӨНӨ тураһында шиғырҙарҙы беҙҙең сайтыбыҙҙа уҡығыҙ...

ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ИРТӘ
Бына тағы юл-һуҡмаҡтар
Мәктәпкә ҡарай илтә:
- Һаумы, сентябрь иртәһе –
Ҡыңғыраулы саф иртә!
Был иртәлә бар йәнлелек,
Йәмлелек күсеп килде,-
Мәктәп алды, әйтерһең дә,
Сәскәле болон инде.
Беренселәр алға баҫҡан,
Иң кескәй дуҫтар улар:
Унынсылар сәскә һуҙа,
Теләп хәйерле юлдар.
Ал таҙмалы ҡыңғырауҙан,
Күңелде арбап, әйҙәп,
Моң таралды тирә яҡҡа:
- Һаумы, һөйөклө мәктәп!
(Б.Ноғоманов)

ИҢ МАТУР КӨН
Сентябрҙә иң матур көн —
Ул беҙҙең белем көнө.
Ошо көндө көтә-көтә
Сәскә атҡан һәр гөлө.
“Телем, Илем, Дуҫлыҡ, Ерем…”
Беҙ шиғырҙар ятлайбыҙ,
Иҫәп-хисапты беләбеҙ —
Компьютер аса серен.
“Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп
Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,
Үҙебеҙсә уҡығанда
Нурланып китә йөҙҙәр.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)

БЕЛЕМ КӨНӨ
Сентябрҙең иң башында
Саҡыра белем көнө,
Ә унан һуң йыл буйына
Уҡыйбыҙ көнөн-төнөн.
Йыл буйына белем биреп,
Беҙҙең башты ваталар,
Ә ниңә ул бер генә көн
Улай тиеп атала?
Әллә инде был белемгә
Бары тик бер көн ҡалған?
Шуға күрә беренсе көн
Бына шулай аталған?
(Ә.Ғаязов)

БЕЛЕМ КӨНӨ
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(К.Кинйәбулатова)

БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй йылмаялар балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып, урамдарҙан
Үтә улар, гөр килеп.
Килә балалар көс йыйып
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.
(Ф.Рәхимғолова)

ШАТЛЫҠЛЫ ИРТӘ
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бит тәбрик итә.
Хуш киләһең, сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай звонок тауышы.
Көнгә янған йөҙөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
(С.Муллабаев)

МӘКТӘП ЮЛЫ
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -
Был донъяла юлдар тулы.
Тик барынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы
Бына тағы еҙ ҡыңғырау
Иртүк сыңлап һөрән һала.
Ошо юлдан тағы атлай,
Сәскә тотоп, күпме бала.
Сәскә төҫлө яҡты ғүмер
Һәр бер әсә теләп ҡала.
Сәскәләй саф уйҙар менән
Уҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
(С.Әлибаев)

СЕНТЯБРЬ ЕТТЕ
Мәктәптәр ишеген асҡан,
Сентябрь етте.
Аҙмы уны шат балалар
Һағынып көттө.
Ләләгә лә алты тулды,
Уҡырғы бара.
Урамға сыҡҡас та, бер аҙ
Аптырап ҡала.
Ниндәй күп икән беҙ, ти ул,
Йылмая үҙе.
Ашыға-ашыға атлай,
Эй ғорур йөҙө.
(К.Кинйәбулатова)
Читайте нас: