+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 14:25

Эхх, күңелле мәктәп тормошо!

Тарих дәресе. Уҡытыу­сы Вилданға: – Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ? (көләмәстең дауамын сайттан уҡып белерһегеҙ)

Ике бесәй һөйләшеп ултыра:
- Ҡайһылай мяяяууутуур ғына ҡыҙыл күҙлек кейеп алғанһың ул!!!
- Хужам алып бирҙе... Һоло бутҡаһын фарш тип ашатыр өсөн.
Тарих дәресе. Уҡытыу­сы Вилданға:
– Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?
– Рим империяһы тар­ҡалғандан алып.
Походҡа барғанда уҡытыу­сы уҡыусыларҙан:
– Беҙ ҡайһы яҡҡа – төньяҡҡамы әллә көньяҡҡамы китеп барабыҙ? – тип һорай.
Нәзир күп уйлап тормаҫтан:
– Көньяҡҡа, – тип яуаплай.
– Ни өсөн шулай уйлайһың?
– Атлаған һайын эҫе була бара бит.
– Айнур, ни өсөн күрше ҡыҙҙан контроль эште күсерҙең?
– Ә ҡайҙан белдегеҙ, Фәнилә Марат ҡыҙы?
– Бишенсе һорауҙа Айгөл «белмәйем» тип яҙған, ә һин «мин дә» тигәнһең.
Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
– Илгиз, класығыҙҙа нисә отличник бар?
– Мине иҫәпләмәгәндә - дүртәү.
– Һин отличникмы ни?
– Юҡ. Шуға ла мине иҫәпләмәгәндә тием бит!..
Уҡытыусы:
- Диктантың шытыр хата! Нисек улай хаталы яҙырға мөмкин?!
Уҡыусы:
- Ә кем диктантты диктовать итте ә?!
Әсәһе улына:
-Айрат,кем кәнфитте ашаны?
-Өй эйәһе...
Мейестән тауыш:
-Йәле, шыттырма инде!!!
Таһир өйгә бирелгән мәсь­әләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас: «Их, баш эшләмәй…» – тип ҡуя.
Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып: «Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?» – тип һорай.
– Ҡыҙым, һин ҡайҙа булдың?
– Тәнзиләлә, мин уға өйгә эш эшләштем.
– Ул бит тик «бишле»гә генә уҡый.
– Мин уға үҙемдең өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙамлаштым.
Майор атаһына улы өндәшә:
– Ысынлап та, хәрби кешеләр теләһә ҡай­һы осраҡта ла тыныс ҡала беләме?
– Ысын, улым.
– Улайһа, мин һиңә көндәлегемде күрһәтәйем әле.
Читайте нас: