+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 19:34

Ҡуштау - махсус һаҡланған биләмә!

Радий Хәбиров Ҡуштауҙы махсус һаҡланған биләмә тип иғлан итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының түңәрәк өҫтәле ултырышында Башҡортостандан палата ағзаһы Ростислав Мырҙағолов белдерҙе. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана.
Ҡарарға бөгөн генә, 2 сентябрҙә, ошо уҡ көндә иртән Башҡортостан Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу өсөн ризалыҡ алғас та ҡул ҡуйылды.
Читайте нас: