«Быны тиҙ арала юҡ итергә кәрәк»: Башҡортостан уҡыусыһы сүплектәр һәм сүп-сар ҡалдырып киткән кешеләр менән көрәшә
Матвейға 11 йәш, ул ата-әсәһе һәм һеңлеһе менән Иглиндә йәшәй. Матвей
ufa1.ru баҫмаһына үҙенең эше тураһында һөйләне. Бер нисә йыл элек улар ғаиләһе менән Нуриман районына барған. Матвей тирә-яҡтың шундай таҙа һәм матур булыуына хайран ҡалған. Ҡайтҡас, Матвей йорт эргәһендәге ике сүплеккә иғтибар иткән. «Быны тиҙ арала юҡ итергә кәрәк», - тигән ул ата-әсәһенә.
Тәүҙә Матвейға олатаһы, аҙаҡ ата-әсәһе, һеңлеһе ярҙамлашҡан, һуңынан ауылдаштары ла ҡушылған. Матвей һәм уның командаһы сүплектәрҙе юҡ иткән, ләкин уҡыусы бының менән генә туҡтап ҡалмаған. Ул үҙенең һәм күрше урамдарҙа тәртип урынлаштыра, сүпте теләһә ҡайҙа ташлап киткән кешеләрҙе туҡтата башлаған.
— Шундайҙарҙы эләктереп, улай эшләргә ярамағанлығын раҫларға тырышам, тәмәкеселәргә төпсөктәрҙең серемәүе тураһында һөйләйем, - ти Матвей.
Матвей тышта йөрөгәндә, инглиз теленә йәки спорт залына барғанда кәнфит ҡағыҙҙарын, шешәләрҙе йыя. Эшен видеоға төшөрөп, инстаграмға һала.
Матфей ҙур үҫкәс кем буласағын хәл итмәгән - уға эколог, профессиональ боксер һәм сик һаҡсыһы оҡшай.