+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 18:32

Өфөлә уҡыусыларҙан дәрескә теп-теүәл билдәләнгән ваҡытҡа килеүҙәрен һорайҙар

сөнки һәр синыф өсөн мәктәпкә инеүҙең үҙ графигы һәм маршруты...

Өфөлә уҡыусыларҙан дәрескә теп-теүәл билдәләнгән ваҡытҡа килеүҙәрен һорайҙар, сөнки һәр белем усағында айырым класс өсөн мәктәпкә инеүҙең үҙ графигы һәм маршруты бар. Өфө мэрияһы ата-әсәләргә шундай саҡырыу менән мөрәжәғәт итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылында коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында мәктәпкә балаларҙы төрлө ишектән ҡабул итеү ойошторолған. Тәүге уҡыу көнө ҡайһыларҙың ошо санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәүен күрһәтте.
«Бындай үҙ-ара эш итеү формаһы яңы, уны яйға һалыу өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк. Хөрмәтле ата-әсәләр, әлеге шарттарҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Күмәк көс менән генә бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә һәм хәлде тотороҡландыра алабыҙ. Билдәләнгән графиктарҙы аныҡ үтәү балаларҙың мәктәп алдында өймәкләшеп тороуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер. Балаларыбыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләләрендә аңлауға һәм хеҙмәттәшлек итеүгә өмөтләнәбеҙ», — тиелә белдереүҙә.
Мәктәпкә килеү графигына ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса мәктәп етәкселегенә йәки класс етәксеһенә мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенәләр.
Шулай уҡ бала аҙ ғына ауырыҡһынып торһа ла мәктәпкә ебәрергә ярамай.
Әлеге ваҡытта Өфө мәктәптәрендә 126 мең уҡыусы иҫәпләнә. Быйыл 14 мең бала беренсе класҡа барҙы.
Читайте нас: