+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2020, 11:38

Урман шаулап үҫер

Башҡортостанда 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған.

Башҡортостанда 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был турала Урман хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Альберт Закиров хәбәр итте.
Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу тулы кимәлдә алып барыла.
Августың һуңғы көнөнә ҡарата 7200 гектар майҙанда урманды тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был планлаштырылған күләмдең яртыһын тәшкил итә.
– Республиканың урман хужалыҡтары үҙҙәрен үҫенте менән тәьмин итеү өсөн урман питомниктарында 22 гектарҙа орлоҡ сәсте, – тине Альберт Закиров. – Әбйәлил, Бәләбәй, Иглин, Ейәнсура, Дыуан, Йылайыр, Борай, Балаҡатай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тирлән, Учалы, Яңауыл урман хужалыҡтары пландарын тулы кимәлдә үтәгән.
Бынан тыш республика ағас ултыртыу буйынса бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнаша. Быйыл күп кеше ҡатнашлығындағы тәүге сара сентябрь-октябрь айҙарында үтәсәк.
Урман хужалығы министрлығы хәтергә төшөрә: 22 июндән алып республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. 1 марттан алып 31 авгусҡа тиклем ерҙәрҙең бөтә категорияларында 18,1 мең гектарҙа 697 термонөктә теркәлгән, уларҙың 122-һе урман янғыны булараҡ танылған.
Ведомство республика кешеләрен урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Урман янғыны күреп ҡалған осраҡта тиҙ арала урман һағының берҙәм телефонына 8 (800) 100-94-00 йәки министрлыҡтың диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 шылтыратырға кәрәк.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: